Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘБЕЛ‑ҒАЗИ Баһадир хан

Просмотров: 550

ӘБЕЛ‑ҒАЗИ Баһадир хан, Ә б е л ғ а з и Б а һ а д и р (1603—63), шағир, тарихсы, Хиуа ханы (1643 й. алып). Сыңғыҙхан нәҫеленән. Төрки телендә яҙылған “Шәжәрә‑и төрк” (“Төркиҙәр шәжәрәһе”), “Шәжәрә‑и төрөкмән” (“Төрөкмәндәр шәжәрәһе”) тарихи‑әҙәби ҡомартҡылары авторы, уларҙа башҡорттарҙың, ҡаҙаҡтарҙың, ҡарағалпаҡтарҙың, төрөкмәндәрҙең һәм үзбәктәрҙең тарихы һәм фольклоры б‑са мөһим мәғлүмәттәр бирелгән. 1772 й. Ырымбур губернаһыныңКүкҡуян а. табылған “Шәжәрә‑и төрк” әҫәренең ҡулъяҙма варианты 1824 й. Ҡазанда нәшер ителә. Ҡулъяҙмала (Милли китапханала һаҡлана) 11– 12 бб. башҡорт‑ҡыпсаҡ мөнәсәбәттәре тасуирлана, башҡорт ҡәбиләләре башлыҡтары Уғыҙхан, Бошман бей, Ҡорҡот ата тормошо т‑да мәғлүмәттәр бирелә. Ә. хеҙмәттәре инглиз, немец, төрөк, урыҫ, француз һ.б. телдәргә тәржемә ителгән.

Х е ҙ м.: Родословное древо тюрков. Казань, 1906.

Әҙәб.: К о н о н о в А.Н. Родословная туркмен. Сочинение Абу‑л‑Гази, хана Хивинского. М.; Л., 1958.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019