Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШКУНДИНА Фаина Борисовна

Просмотров: 413

ШКУНДИНА Фаина Борисовна (13.7.1956, Өфө), ботаник. Биол. ф. д‑ры (1996), проф. (1998). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1978) 2016 й. тиклем шунда уҡ уҡыта. Фәнни эшмәкәрле­ге һыу ятҡылыҡтарының ылымыҡтарын тикшереүгә арналған. Ш. тарафынан фитопланктон, “Красноусол”, “Ҡарағай”, “Яҡтыкүл” шифаханаларындағы минераль һыуҙарҙың, дауалау ләмдәренең һәм биол. таҙартыу ҡоролмаларындағы ак­тив ләмдең ылымыҡтар һәм цианопрокариоталар төркөмө, ағынты һыуҙарҙың ылымыҡтарға тәьҫире өйрәнелә. Ш. эколо­гик мониторинг өсөн фитопланктондың экологик һәм үлсәм‑морфол. билдәләре б‑са классификацияһын эшләй. 260‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Фитопланктон рек СНГ. Уфа, 1993; Красная книга Республики Башкортостан. Т.2. Мохообразные, водоросли, лишайники и грибы. Уфа, 2002 (авторҙ.); Лечебные грязи курорта “Красноусольск” (генезис, альгофлора, показания к применению). Уфа, 2007 (авторҙ.).

Ф.К.Мортазина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019