Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШЛЮХИН Николай Матвеевич

Просмотров: 352

ШЛЮХИН Николай Матвеевич [24.12.1914, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңы Троицкий а. (Ырымбур өлк. Октябрь р‑ны) — 29.11.1992, Ишембай ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1965), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1974). 1936—74 йй. “Башнефть” берекмәһендә эшләй: торба базаһы быраулаусыһы, инженеры, нач., 1947 й. алып Ишем­бай быраулау контораһы дир., 1968 й. — “Башюгнефтеразведка” тресында (Ишембай) идарасы урынбаҫары, 1970 й. — Ишембай быраулау эштәре идаралығында база начальнигы. Ш. ҡатнашлығында респ. көньяғында (ш. иҫ. Грачи, Исем, Ҡансыра, Һарытау һ.б.) 30 нефть ятҡылығы һәм газ ятҡылығы асылған, 40 ятҡылыҡ бырауланған, забой двигателенең яңы типтары файҙаланыуға тапшырылған, үтә тәрәндә быраулауҙың турбиналы ысулы үҙләштерелгән. Ш. етәкс. бырау­лау ҡоролмаларын төҙөүҙең индустриаль ысулы һәм вышка‑монтаж эштәрен селтәрле планлаштырыу индерелгән, был бырау­лау ҡоролмаларын төҙөү һәм монтажлау ваҡытын 20—25%‑ҡа ҡыҫҡартыуға һәм эштең үҙҡиммәтен кәметеүгә булышлыҡ иткән. Ленин (1959), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1948) орд. м‑н бүләкләнгән.

Н.М.Ризуанов

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019