Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘБСӘЛӘМ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 324

ӘБСӘЛӘМ, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Урғалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 55 км һәм Урғалы т. юл ст. К. табан 4 км алыҫлыҡта Оло Урғалы й. (Әй й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 387 кеше; 1920 — 419; 1939 — 420; 1959 — 310; 1989 — 209; 2002 — 294; 2010 — 244 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Урғалы урта мәктәбе филиалы), клуб бар.

Ауылға 1835 й. һәм 1840 й. араһында Силәбе өйәҙенең Әйле улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Әбдесәләм исеме м‑н нигеҙ һала (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1795 й. алып билдәле). Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улдары Сәйетғәле һәм Кәүес Әбдесәләмовтар билдәле. Шулай уҡ Урғалы‑Әбсәләм булараҡ теркәлгән. 1866 й. 63 йортта 334 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған; шөғөлдәр араһында Ҡуҫа заводына утын ташыу теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров, Х.Ғ.Байморатова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019