ШОКУРОВ Анисим Павлович
ШОКУРОВ Анисим Павлович [15.4. 1912, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Түб. Яңы Кәстәй а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 26.7.1990, Октябрьский ҡ.], археолог. БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1971), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1961). Урал дәүләт ун‑тында уҡыған (Свердловск ҡ., 1953—57). 1932 й. алып Баҡалы р‑нының Буғабаш колхозсы йәштәр мәктәбендә, 1937 й. —Башҡ‑н художество музейында (ҡара: Нестеров М.В. исемендәге художество музейы), бер үк ваҡытта Башҡорт пед. уч‑щеһында (ҡара: Педагогия колледжы № 1); 1939—56 йй. (өҙөклөк м‑н) Кушнаренко татар пед. уч‑щеһында (ҡара: Кушнаренко педагогия колледжы), 1941—57 йй. (өҙөклөк м‑н) Кушнаренко урта мәктәбендә эшләй, 1944—45 йй. Баҡалы механизация мәктәбендә инструктор; 1957—72 йй. 10‑сы һәм 15‑се урта мәктәптәрҙә (Октябрьский), бер үк ваҡытта Ш. тарафынан 1957 й. асылған Октябрьский тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейында ғилми хеҙм‑р булып эшләй. 1955 й. башлап СССР ФА Археология ин‑ты Башҡ‑н археологик экспедицияһының (ҡара: Археологик экспедициялар) разведка отряды етәксеһе. 900‑ҙән ашыу археологик ҡомартҡыны, ш. иҫ. Биктимер археологик комплексын, Бишуңғар ҡурғандарын, Иҫке Мошто ҡаласығын, Иҫке Нуғай тораларын, Камышинка ҡаласыҡтарын, Көшөл ҡәберлеген, Кәкрекүл ҡаласығын, Мулла археологик ҡомартҡыһын, Яңы Ҡабан ҡаласығын, асҡан. Ш. исеме Октябрьский музейына бирелгән, Октябрьский ҡ. уның исеме м‑н урам аталған.
Хеҙм.: Материалы к археологической карте нижнего течения р.Белой и среднего течения р.Ик //Древности Башкирии. М., 1970.
В.С.Горбунов
Тәрж. Д.К.Үзбәков