Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШОЛОМ Владимир Юрьевич

Просмотров: 524

ШОЛОМ Владимир Юрьевич (12.2. 1955, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол ҡсб), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2006). БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (2009). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй: 1983 й. алып өлкән инже­нер, 1985 й. – режим б‑са проректор. 1991 й. башлап “ӨАИ‑ның хужалыҡ иҫәбендәге ижад үҙәге” ҒПБ рәйесе, 1992 й. – дир., 1999 й. — ген. дир., бер үк ваҡытта 2003—06 йй. ӨДАТУ‑ның Стәрлетамаҡ филиалында дир. һәм 2010 й. алып Трибо­техника һәм майлау ҒТИ‑нда ғилми етәксе. Фәнни тикшеренеүҙәре трибологияға, металдарҙы коррозиянан һаҡлауға, металл эшкәртеү өсөн материалдар булдырыуға арналған. Ш. етәкс. майлау материалдары һәм технологик мөхиттәр, уларҙы ма­шиналар эшләүҙә ҡулланыу технологиялары уйлап табыла; Майҙар һәм ҡорамалдар тәжрибә з‑ды ойошторола (Өфө). БР‑ҙың Эш биреүселәр союзы президиумы рәйесе (2007 й. алып), БР Йәмәғәт палатаһының Иҡтисад, эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү һәм тирә‑яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре б‑са комиссияһы рәйесе (2009). 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 38 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Органические нефтяные отложения и их утилизация. Уфа, 1997 (авторҙ.); Методы и результаты оценки контактного взаимодействия применитель­но к процессам металлообработки. М., 2004 (авторҙ.); Покрытия и смазка в высокотемпературных подвижных сопряжениях и металлообработке. М., 2008 (авторҙ.).

Л.В.Пантелеева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019