Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘБҮЛӘЙЕС, Е р г ә й е ш, Ейәнсура р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1059

ӘБҮЛӘЙЕС, Е р г ә й е ш, Ейәнсура р‑нындағы ауыл, Әбүләйес а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 64 км һәм Ҡыуандыҡ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнб. табан 61 км алыҫлыҡта Әбүләйес й. (Ҡаҫмарт й. басс.) буйында урынлашҡан.Халҡы:1900 й. — 417 кеше; 1920 — 525; 1939 — 426; 1959 — 338; 1989 — 307; 2002 — 378; 2010 – 265 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы Бикташ һәм Буранғол аа. (хәҙ. Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1859 й. алып билдәле. Урядник Әбү­ләйес Бикбов (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Әбүләйес Әбсәләмов) исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Ергәнеш, Дәргәйеш булараҡ теркәлгән. 1866 й. 31 йортта 245 кеше йәшәгән. 1900 й. мәсет теркәлгән.Ю.Ю.Бикбов ошо ауылда тыуған.

Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019