Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШОҢҠАРОВ Ниғмәт Динәхмәт улы

Просмотров: 411

ШОҢҠАРОВ Ниғмәт Динәхмәт улы [1.1.1931, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Ташлы а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) – 4.3.1994, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], фольклорсы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1988). Журналистар союзы ағзаһы (1963). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлаған (1954). 1958–90 йй. ТТӘИ‑лә ғилми хеҙм‑р. 1959–70 йй. Башҡортостан, ш. уҡ Куйбышев, Ҡурған, Пермь, Свердловск, Силәбе, Һарытау, Ырымбур өлк., ТАССР буйлап үткәрелгән фольклор‑этнографик экспедицияларҙа ҡатнашҡан. Ш. үҙе йыйған ауыҙ‑тел һәм муз. фольклор, сәсәндәр ижады б‑са материалдарҙы жанрҙар б‑са системалаштырған, ентекле комментарийҙар м‑н тәьмин иткән; улар Ғилми архивта һаҡлана, бер өлөшө “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына индерелгән. ТТӘИ‑нең экспедициялар материалдары архивында 1500 муз.‑шиғри ижад өлгөһөнөң Ш. эшләгән магнитофон яҙмаһы бар, шуларҙың 300‑ө уның тарафынан грампластинкаларға яҙҙырылған. Археографик экспедициялар ваҡытында Ш. 300‑гә яҡын иҫке баҫма китап һәм ҡулъяҙма йыйған (Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ғәрәп графикалы ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фондында һаҡлана). Ш. тарафынан “Ямғыр теләү”, “Ҡояш теләү” йола йырҙары, “Саҡ-Суҡ”, “Аҡмулла бәйете” бәйеттәре, “Етем ҡыҙ Хәтирә”, “Ҡарағай” йырҙары һ.б. яҙып алынған. “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығын төҙөүселәрҙең береһе. Башлыса бәйет жанрына арналған 50‑гә яҡын публикация авторы.

Л.Н.Абдрахманова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019