Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШОРТГОРН ТОҠОМО

Просмотров: 317

ШОРТГОРН ТОҠОМО, һыйыр малының ит‑һөт йүнәлешле тоҡомо. Тоҡом эсендәге типтары: ит һәм һөт‑ит. 18 б. Англияла урындағы ҡыҫҡа мөгөҙлө малдарҙы голланд һәм галловей тоҡомдарын башлап ҡасырыу юлы м‑н яҡшыртыу һәм малдарҙы ит һәм һөт продуктлылығы б‑са һайлап алыу һөҙөмтәһендә сығарыла. Рәсәйгә Ш.т. малы тәүге тапҡыр 20 б. 20‑се йй. аҙ. индерелә, ҡатнаш тоҡомдарҙың ит продуктлылығын арттырыу маҡсатында бестужев тоҡомон, ҡыҙыл дала, ҡурған һәм илдең башҡа тоҡомдарын сығарыу өсөн файҙаланыла. Башҡортостанға Ш.т. һыйыр малы 20 б. 30—40‑сы йй. урындағы тоҡомһоҙ мал м‑н ҡасырыу өсөн индерелә. Ит тибындағы малдың конституцияһы йомшаҡ, кәүшәк, кәүҙәһе йыйнаҡ һәм тәпәш; башы ҙур түгел, мөгөҙҙәре ҡыҫҡа (туҡал малдар осрай); күкрәге киң, тәпәш, муйын аҫты алға сығып тора; һигеҙгүҙ һөйәге һәм арҡаһы оҙон, киң, аяҡтары ҡыҫҡа, мускулдары яҡшы үҫешкән. Төҫө ҡыҙыл, ҡыҙыл‑сыбар, һирәгерәк бурыл, аҡ. Үгеҙҙәрҙең тере ауырлығы 800—900 кг, һыйырҙарҙыҡы — 500—600 кг. Һөт‑ит тибындағы һыйырҙарҙан уртаса йыллыҡ һауым — 3500—4000 кг, һөттөң ҡуйылығы 3,8—3,9% тәшкил итә. Ит сығышы 60—65% (рекорд 80,4%). Мал тиҙ өлгөрөүе, яҡшы ит сифаттары (йомшаҡ сүсле, мәрмәрле ит) м‑н айырыла. Ҡатнаш һәм саф тоҡомло Ш.т. малының продуктив си­фаттары 20 б. 30—40‑сы йй. БАХИ‑ла өйрәнелә (П.Д.Буслаев, Х.Р.Солтанаев, Н.Г.Сорока һ.б.).

Әҙәб.: Ружевский А.Б., Рубан Ю.Д., Бердник П.П. Породы крупного рогатого скота. М., 1980.

С.Ғ.Кәримова

Тәрж. Г.А.Миһранова 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019