Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӨҢГӘККҮЛ, Дим й. басс. күл

Просмотров: 381

ШӨҢГӘККҮЛ, Дим й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Шишмә р‑ны Шөңгәккүл а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Шөңгәккүл заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны — 2,4 км2, диам. — 1,6 км; һаҙланыу һөҙөмтә­ һендә күл 4 өлөшкә бүленгән. Аҫҡы пермгә ҡараған шишмә (алевролиттар, аргиллиттар, ҡыҙыл ҡомташтар) һәм соликамск (доломиттар, гипсҡа әйләнгән эзбизташтар, мергелдәр) горизонттарының, өҫкө неогенға ҡараған кинәле свитаһының (балсыҡтар, ҡомдар) тоҡомдарында барлыҡҡа килгән; соҡоро түңәрәк. Тымыҡ күл. Яуым-төшөм м‑н туйына. Ярҙары һөҙәк, һаҙланған, көнсығышта — убалы. Тирә‑яғындағы ландшафы йыуылған ҡара тупраҡтағы болонло далаларҙан, һөрөнтө ерҙәр м‑н ҡылғанлы, бүтәгәле ҡоро болондарҙан ғибәрәт. Яр буйы ҡыуаҡлыҡ (ерек, һары тал һ.б.), күл ҡамы­шы, көньяҡ ҡамышы ҡыуаҡлығы м‑н ҡапланған. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән оҙон һабаҡлы кәзә һаҡалы, турҡалы әшәлсә, һаҙ һарыгүҙе үҫә. Аҡбаш сыпҡай, аҡсабан, ҡарасабан, ышылдаҡ аҡҡош, этала ҡаҙ һ.б. күсәр ҡоштар туҡтала, ҡашҡабаш, өйрәк оя ҡора; күлдә алтын һәм көмөш табан балыҡ йәшәй.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019