Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӨҢГӘККҮЛ, Шишмә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 535

ШӨҢГӘККҮЛ, Шишмә р‑нындағы ауыл, Шөңгәккүл а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Оло Өйҙөрәк й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 588 кеше; 1939 — 1320; 1959 — 1257; 1989 — 2127; 2002 — 2553; 2010 — 2975 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1884 й. Өфө өйәҙендә Һамар—Златоуст (хәҙ. Куйбышев) т. юлы төҙөлөүгә бәйле Шөңгәккүл станцияһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1896 й. 4 йортта 44 кеше йәшәгән. 20 б. 20—30‑сы йй. Ш. ҡала тибындағы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алынған. 2005 й. Ш. 20 б. 20‑се йй. нигеҙләнгән Никитинка ҡасабаһы ҡушылған. Ауыл эргәһендә Шөңгәккүл дала дендропаркы, Шөңгәккүл күле (тәбиғәт ҡомартҡыһы) урынлашҡан, Шөңгәккүл заказнигы ойошторолған. И.Ашҡаҙарский, А.В.Власов ошо ауылда тыуған.

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019