Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӨҢГӘККҮЛ ЗАКАЗНИГЫ

Просмотров: 455

ШӨҢГӘККҮЛ ЗАКАЗНИГЫ. 1952 й. Шөңгәккүл тәбиғи комплексын һәм уның терр‑яһын һаҡлау өсөн зоол. заказник булараҡ ойошторола, 1965 й. алып тәбиғәт ҡомартҡыһы, 1995 й. хәҙ. статусын ала. Шишмә р‑ны Шөңгәккүл а. төньяҡ­көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Дим й. һул ярында урынлашҡан. Майҙаны 240 га. Заказник терр‑яһында һаҙланған төбәктәре булған Шөңгәккүл ята. Рельефы убалы‑арҡалы, йырындар һәм һыҙалар м‑н йырғыланған. Ерек, имән, йүкә, ҡарағай, ҡарама урмандары таралған; күлдең яр буйында кәкре ҡайын урмандары, екән, күрән, ҡамыш, тал ҡыуаҡлыҡтары үҫә. Ҡоралай, төлкө, үр ҡуяны, ҡашҡабаш, сытырҙаҡ сөрәгәй, тартай, һаҙғыраҡ сөрәгәй, һуна өйрәк һ.б. йәшәй. Заказникта БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән аҡбаш сыпҡай, аҡсабан, мөншөгөр, ышылдаҡ аҡҡош һ.б., ш. уҡ БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән ваҡ һайыҫҡан осрай.

Л.А.Едрёнкина

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019