Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШТОК‑РОЗА

Просмотров: 330

ШТОК‑РОЗА (Alcea), мальва һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 80 төрө билдәле, Урта диңгеҙ буй­ында, Урта, Үҙәк һәм Көньяҡ‑Көнбайыш Азияла һәм уларға сиктәш булған Евразия һәм Африка терр‑яларында таралған. Башҡортостанда йыйырсыҡлы Ш.‑р. үҫә.

Йыуан тамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, цилиндрик, тарбаҡлы, ҡуйы йондоҙ һымаҡ төктәре бар, бейеклеге 0,5— 2 м. Япрағы бармаҡлы, ситтәре киртләсле‑тешле; тамыр яны һәм аҫҡы һабаҡ япраҡтары оҙон һаплы, 7 айырсалы; урталағы япрағы 5—7 айырсалы; өҫкө япрағы 3—5 айырсалы йәки бөтөн. Сәскәһе эре, һары төҫтә, оҙон япраҡлы тәлгәштә 1—2‑шәрләп урынлашҡан. Каса аҫты (6 өсмөйөш япраҡтан тора) һәм каса япраҡтары (5) төбөндә ҡушылып үҫкән. Июнь— сент. сәскә ата. Емеше — ҡумта, сент. өлгөрә. Ҡоро болондарҙа һәм ҡыуаҡлыҡтар араһында үҫә. Ейәнсура р‑нында Кесе Һүрәм й. басс. осрай. Составында С витамины, углеводтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлек. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Баҡсаларҙа алһыу Ш.‑р. (мальва) үҫтерелә.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019