Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШТӘНДЕ, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 348

ШТӘНДЕ, И т ә ү ә ш, Балтас р‑нындағы ауыл, Штәнде а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 18 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 83 км алыҫлыҡта Итәүәш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 807 кеше; 1920 — 891; 1939 — 915; 1959 — 757; 1989 — 686; 2002 — 657; 2010 — 568 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. алып билдәле. 1865 й. 51 йортта 327 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 уч‑ще, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мәҙрәсә, 2 бакалея кибете, һыу тирмәне теркәлгән. 20 б. башында Яңы Ш. бүлендек ауылы (80‑се йй. тиклем була) барлыҡҡа килгәндән һуң Иҫке Ш. булараҡ иҫәпкә алына. 30‑сы йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019