Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШУБЕРТ Карл Богданович

Просмотров: 330

ШУБЕРТ Карл Богданович (25.2. 1811, Магдебург ҡ., Германия — 10.6. 1863, Цюрих ҡ., Швейцария), виолончелист, ком­позитор. Ф.Дотцауэр уҡыусыһы. 1835 й. алып Рәсәйҙә: Каменный (Ҙур) театр (С.‑Петербург) оркестры, Урыҫ музыка йәмғиәтенең С.‑Петербург бүлексәһендә ҡыллы квартет солисы, 1842 й. башлап С.‑Петербург филармония йәмғиәте дир., бер үк ваҡытта 1850 йй. Волга буйы ҡалаларында концерттар биргән. 1862—63 йй. С.‑Петербург консерваторияһында уҡытҡан. Урыҫ муз. ориентализмы традицияларын дауам иткән. Урта Азия һәм Көньяҡ Урал халыҡтарының музыка фоль­клоры элементтарын ҡулланып байтаҡ әҫәрҙәр яҙған. Виолончель м‑н оркестр, камера‑инструменталь ансамблдәр өсөн әҫәрҙәр, ш. уҡ “Перовский” башҡорт халыҡ инструменталь көйөнөң беренсе ноталар яҙмаһы авторы.

Әҙәб.: Атанова Л.П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа, 1992.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019