Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШУСТЕР Лёва Шмульевич

Просмотров: 363

ШУСТЕР Лёва Шмульевич (7.1.1936, Тирасполь ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1997), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1981). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) шунда уҡ эшләй: 1976—84 йй. һәм 1990 й. алып машина деталдәре һәм механизмдар теорияһы каф. мөдире, 1992—2001 йй. механизм һәм машиналар ҡороу нигеҙҙәре каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге машиналарҙағы һәм металдарҙы механик эшкәртеү технологик процестарындағы трибологияға арналған. Ш. тарафынан ныҡ йөкләндерелгән һәм юғары т‑раларҙағы бәйләнештәрҙең триботехник характеристикалары б‑са мәғлүмәт базаһы төҙөлә, ышҡылыусы йөҙҙәрҙең бер‑береһенә тура килеүе һәм ашалыуға сыҙамлығының критик т‑ралары һ.б. асыҡлана. 450‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 14 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Интенсификация процесса металлообработки на основе использования эффекта самоорганизации при трении. М., 2005 (авторҙ.); Покрытия и смазка в высокотемпературных подвижных сопряжениях и металлообработке. М., 2008 (авторҙ.); Трибологические характеристики электролитических по­крытий в различных условиях трения и изнашивания. М., 2013 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019