Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШУТОВ Александр Павлович

Просмотров: 491

ШУТОВ Александр Павлович [13.7. 1925, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Андреевка а. (БР‑ҙың Илеш р‑ны) – 27.3. 2008, Өфө], скульптор. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1975). Рәссамдар союзы ағзаһы (1968). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1946–50 йй. скульптор В.М.Цветков оҫтаханаһында уҡыған (Сталинград ҡ.). 1960 й. алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй.

Ш. станокта башҡарылған эштәрендә үҙе йәшәгән ваҡыт т‑да фәлс. уйланыуҙары (“Кампанелла”, 1972, пластик масса), форманы монументаль‑декоратив дөйөмләштереү (“Уяныу”, “Әсәлек”, икеһе лә — 1968; “Башҡорт кәләше”, 1969; бөтәһе лә – яһалма таш), пленэр скульптураһына хас һыҙаттар (“Әкиәттәге батша ҡыҙы”, “Йәй”; икеһе лә – 1970, эзбизташ, буяу) күҙәтелә. Скульптур композициялар (“Хушлашыу”, 1967, яһалма таш), портреттар (“Төньяҡ ҡыҙы”, 1978, эзбиз­таш; “Юрий Гагарин”, 1985, сүкелгән баҡыр; “Мария”, 1979; “Леонардо да Винчи”, 2006; икеһе лә – мәрмәр); монумен­таль сәнғәт өлкәһендәге эштәр – М.Х.Ғөбәйҙуллинға һәйкәл‑бюст (1975, Миәкә р‑ны Ҡырғыҙ‑Миәкә а.), “Октябрь революцияһында һәм Граждандар һуғышында һәләк булған геройҙарға” барельефы (1967; икеһе лә – бронза; ҡара: Якутов И.С. исемендәге парк), Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған табиптарға һәйкәл (1993, мәрмәр, гранит; икеһе лә — Өфө) һ.б. авторы. 1956 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре БДХМ, Архангел һынлы сәнғәт музейы, Сыуаш художество музейы (Чебоксар) коллекцияларында, Рәсәйҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Скульптура Башкортостана: кат. 1‑й респ. выст. /авт.‑сост. И.Н.Оськина. Уфа, 1996; Пространство и форма. Выставка современной российской скульптуры: каталог /сост. И.Н.Оськина. Уфа, 2006.

Ф.М.Миңлеғолова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019