Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШУШНУР, Краснокама р‑нындағы ауыл

Просмотров: 565

ШУШНУР, Краснокама р‑нындағы ауыл, Шушнур а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 44 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 37 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 387 кеше; 1920 — 383; 1939 — 597; 1959 — 536; 1989 — 403; 2002 — 458; 2010 — 471 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, сиркәү бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Гәрә улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә дәүләт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1755 й. алып билдәле. 1795 й. 35 ир‑ат иҫәпкә алынған, 1865 й. 39 йортта — 203 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп, 2 бакалея кибете теркәлгән. 30‑сы йй. Ш. 18 б. нигеҙләнгән Шөшлөндөр а. ҡушылған. Х.М.Хәбибрахманов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019