Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШҮЛГӘН, образ

Просмотров: 631

ШҮЛГӘН, башҡорт мифологияһы образы. “Урал батыр” эпосында Йәнбирҙе м‑н Йәнбикәнең (ҡара: Тәү ата-баба) өлкән улы, Урал батырҙың антагонисы. Был кешеләр йыһан тәңреләре Самрау, Ҡояш, Ай, Һомай кеүек үлемһеҙ була. Урта донъяла изге йола хакимлыҡ иткән: Йәнбирҙе м‑н Йәнбикә үҙҙәре һунарҙа үлтергән иркәк йыртҡыстың башын ашаған; үлән ашаған йәнлеккә һөлөк ҡаҙап, ул йыйған ҡандан эсемлек әҙерләгәндәр, уны ҡабырсаҡта һаҡлағандар. Ҡан тәүтормош һунарсыһына тотем хайуандарҙың (ҡара: Тотемизм) мистик көсөн биргән. Билдәле йәшкә етеп төп йоланы үтәгәндән һуң эсемлеккә ҡағылырға мөмкин булған (йола инициацияһын үтмәгән кешегә был тыйылған). Ш. тыйыуҙы боҙған һәм тәүге кешеләр донъяһы хаосҡа батҡан, кешеләргә үлем килгән, Ш. күңеленә яуызлыҡ көстәре хужа булып алған. Йәнбирҙе улда­рын арыҫландарға атландырып үлемһеҙлек сығанағы булған Йәншишмәне эҙләргә ебәрә, Үлемде табып юҡ итергә ҡуша. Алыҫ юлға сыҡҡан бер туғандар ике ҡаршы көстөң алышына ҡушыла һәм уларҙы сағылдыра (дуализм, игеҙәктәр мифы): Урал – Яҡшылыҡтың яҡты көстәре, Ш. Яманлыҡтың ҡара көстәре яғында көрәшә. Яман көстәр батшалығы хакимдары Ҡәһҡәһә м‑н Әзрәҡә батырҙан ҡурҡа, әгәр ул Һомайҙың йөрәген яулап, бирнә итеп булат ҡылысты, күк толпары Аҡбу­ҙатты алһа, Яҡшылыҡ көстәре тағы ла ғәйрәтләнеп китәсәк. Шуға күрә улар Ш. Урал батырҙан уға Һомайҙы ҡалдырыуын һорарға күндерә. Һомай Ш. асылын аңлап, уны кире ҡаға. Урал батырҙан тылсымлы таяҡты тартып алып, Ш. уның ярҙамында Самрауҙың күк йөҙө батшалығын һыуға батыра. Шулай ҡара һәм яҡты көстәрҙең алышы башлана. Әзрәҡә үлгәс, Ш. уның урынын ала, дейеүҙәр м‑н бергә батырҙарҙан күлгә ҡаса, ул күлде башҡорттар Шүлгән күле тип атай. Икенсе башҡорт эпостарында (“Аҡбуҙат”, “Аҡһаҡ ҡола”, “Ҡара юрға”, “Ҡуңыр буға”) Ш. ҡиммәтле йылҡы һәм мал тоҡомдарына эйә булған һыу аҫты батшалығы батшаһы булып телгә алына. Легендалар б‑са, Шүлгән күленән (Бөрйән р‑ны Ғәҙелгәрәй а. эргәһендә урынлашҡан) бөтә йорт хайуандары сыҡҡан, шуға уның икенсе исеме “Йылҡысыҡҡан” тип йөрөтөлә. Ш. “Минәй батыр менән Шүлгән батша” эпосының персонажы булып тора.

Ш.Р.Шәкүрова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019