Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШЫҒАЙ, Белорет р‑нындағы ауыл

Просмотров: 687

ШЫҒАЙ, Белорет р‑нындағы ауыл, Шығай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 40 км һәм Белорет т. юл ст. К.‑Көнб. табан 34 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 703 кеше; 1920 — 849; 1939 — 511; 1959 — 491; 1989 — 581; 2002 — 599; 2010 — 571 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Гөлнәзирә” башҡорт халыҡ фольклор ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1776 й. алып билдәле. Тархан Йәнсура Шығаев исеме м‑н аталған, тип фараз ителә. Шулай уҡ Ҡалмаҡҡол, Ҡыраҡа булараҡ теркәлгән. 1795 й. 31 йортта 217 кеше йәшәгән, 1866 й. 115 йортта — 789 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. Ауыл эргәһендә үҫкән ҡарт ҡарағас тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. Ш.Я.Ямалетдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019