Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШЫҒАНАЙ БОРСАҠОВ

Просмотров: 414

ШЫҒАНАЙ БОРСАҠОВ, мәғдән эҙләүсе (ҡара: Мәғдән белгестәре һәм мәғдән эҙләүселәр). Себер даруғаһы Көҙәй улу­сы Шығанай а. (хәҙ. БР‑ҙың Салауат р‑ны) башҡорто. Шул уҡ улус старшинаһы. Башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫ­тырыуҙа ҡатнашыусы. 1735—40 йй. ихтилал барышында Төлкөсура Алдағоловты әсиргә алыуҙа ҡатнаша. 1740 й. Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы терр‑яһындағы Үҙән й. буйында тимер мәғдәне ятҡылыҡтарын аса. 1745 й. Өфө вице‑губернаторы П.Д.Аксаковтың императрица Елизавета Петровнаға тапшырған власты артыҡ ҡулланыу осраҡтарын тикшереү т‑дағы до­кладында ялыу биргән старшиналар араһында Ш.Б. күрһәтелә. Вазифаһынан бушатыла, Себер даруғаһы Шайтан‑Көҙәй улу­сының формаль булмаған башлығы булып ҡала. 1758 й. И.С.Мясниковҡа (ҡара: Мясниковтар) һәм Я.Б.Твердышевҡа (ҡара: Твердышевтар) улус терр‑яһында Үрге Эҫем з‑дын (ҡара: Эҫем заводтары) төҙөүгә рөхсәт бирә. Завод хужаларына һатылып, уларға ерҙәрҙе оҙайлы ваҡытҡа яһаҡ түләү иҫәбенә бирә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019