Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШЫҠТЫМ

Просмотров: 671

ШЫҠТЫМ, п и о н (Paeonia), шыҡтым һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, күбеһенсә Евразияның, Төньяҡ Американың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда янтайыусан Ш. һәм дала Ш. үҫә. Тарбаҡлы тамырһабаҡлы һәм ҡеүәтле тамырлы күп йыллыҡ үләндәр. Һабаҡтары төҙ, бейеклеге 60—100 см. Япраҡтары сиратлы, һаплы, ике, өс тапҡыр ҡыяҡ өлөштәргә теленгән; һабаҡ төптәрендә — тәңкә рәүешле. Сәскәләре эре, яңғыҙ, ике енесле, алһыу‑ҡыҙыл төҫтә. Май—июндә сәскә ата. Емеше күп япраҡлы (дала Ш. япраҡтары төклө), июлдә өлгөрә.

Янтайыусан Ш. Башҡортостандың Урал алдындағы урман зонаһының һирәк урмандарында һәм уларҙың ситтәрендә (Тәтешле р‑ны), Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының тау‑урман зонаһындағы йылға буйы ишелмәләрендә һәм ташлы битләүҙәрҙә (Бөрйән, Ейәнсура р‑ндары), реликт булған дала Ш. Башҡортостандың Урал аръяғындағы далалы битләүҙәрҙә (Хәйбулла р‑ны) үҫә. Составында алкалоидтар, сапониндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында, ш. уҡ янтайыу­сан Ш. медицинала ҡулланыла. Баллы үҫемлектәр, декоратив үҫемлектәр. Янтайыусан Ш. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, дала Ш. РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән. Респ. гибрид сығышлы Ш. декоратив сорттары киң таралған. БР б‑са ҡулланылышҡа респ. селекционерҙары сығарған Песня курая, Рудольф Нуреев, Сабантуй һ.б. сорттар индерелә.

М.М.Ишморатова

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019