Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШЫЛВА ЗАВОДЫ

Просмотров: 491

ШЫЛВА ЗАВОДЫ, Б о р о в е ц к з а в о д ы, 1731 й. Шылва й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында И.Е.Небогатов тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына, 1749 й. завод өсөн ерҙәр Ҡазан даруғаһы Ҫарылы‑Мең улусы башҡорттарынан ҡуртымға алына. Хужалары: Небогатовтар, 1755 й. алып К.И.Небогатов һәм П.Л.Красильников (һуңыраҡ Н.П.Красильников; ҡара: Красильниковтар), 1797 й. — А.М. һәм Н.Н. Подьячевтар (ҡара: Подьячевтар), 1859 й. башлап ҡаҙна. Шылва тау округына ингән. 1734 й. эшләй башлай. 18 б. аҙ. Ш.з. 4 иретеү, яндырыу, шплейзофен, балсыҡ һәм ҡом киптереү ме­йестәре, 4 тимерлек, гармахер горны, 1859 й. 3 баҡыр иретеү, шплейзофен мейестәре, 2 гармахер горны иҫәпләнә. Завод 211 мең дисәтинә ергә хужа була. 1852 й. 12 рудник эшләй. 1772 й. Ш.з. 144 крепостной крәҫтиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре); 1860 йй. — 232 эшсе (ҡара: Эшселәр синыфы) иҫәпләнә. 1750 й. 461 бот баҡыр, 1800 й. — 389, 1840 й. — 899, 1860 й. — 1570, 1867 й. 167 бот баҡыр етештерелә. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) осоронда завод эшләмәй. 1875 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1868) ябыла.

З.И.Гудкова

Тәрж. М.Х.Хужин 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019