Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘГЕРТАМАҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 628

ӘГЕРТАМАҠ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Төмәнәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 5 км алыҫлыҡта Әгер й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 729 кеше; 1920 — 864; 1939 — 789; 1959 — 506; 1989 — 332; 2002 — 504; 2010 — 610 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельд­шер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1701 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала. 1762 й. 60 кеше теркәлгән. 1780 й. һәм 1809 й. ш. уҡ шарттарҙа Ә. типтәрҙәр килеп урынлаша. Исеме гидронимдан алынған. 1865 й. 67 йортта 374 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ мөгәзәй теркәлгән. Ә.С.Сәмиғуллин ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров, Ш.У.Сәмиғуллина

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019