Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШЫРЛЫҠ, Благовар р‑нындағы ауыл

Просмотров: 461

ШЫРЛЫҠ, Благовар р‑нындағы ауыл, Яныш а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 30 км һәм Благовар т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Ҡаҙанкүл й. (Ҡармасан й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й.– 767 кеше; 1920 — 1293; 1939 — 961; 1959 — 694; 1989 — 506; 2002 – 489; 2010 — 506 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1750 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡаңлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр Шарлы (Шарлыҡбаш) исеме м‑н нигеҙ һала. Шул уҡ даруғаның Дыуанай улусы башҡорттары м‑н килешеү б‑са бында ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы мариҙар килеп ултырған (ауылдың үҙҙәре йәшәгән өлөшөн Сарык тип атағандар), тип фараз ителә. Һуңынан ике ауыл хәҙ. исем м‑н бергә иҫәпкә алына. 1865 й. 110 йортта 625 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще, ел тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Р.Х.Ғилманова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019