Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘҒӘҘУЛЛИНА Лиза Ҡиям ҡыҙы

Просмотров: 814

ӘҒӘҘУЛЛИНА Лиза Ҡиям ҡыҙы (1.1.1942, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Түб. Ҡыйғы а.), педагог. РФ‑тың (2016) һәм БР‑ҙың (2008) халыҡ уҡытыусыһы, РФ‑тың (2004) һәм БР‑ҙың (1996) атҡ. уҡытыусыһы, РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙм‑ре (2004). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1966) Салауат р‑нының Малаяҙ урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1968 й. алып Түб. Ҡыйғы урта мәктәбе дир. урынбаҫары, 1970 й. — Ҡыйғы район халыҡ мәғарифы бүлегенең методика кабинеты мөдире. 1971 й. башлап 27‑се урта мәктәп, 1996 й. — 42‑се урта мәктәп (икеһе лә — Өфө) уҡытыусыһы.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019