Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘҘЕЛ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

Просмотров: 487

ӘҘЕЛ, Ғ ә ҙ е л, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Таналыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 22 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 100 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 79 кеше; 1920 — 156; 1939 — 191; 1959 — 267; 1989 — 187; 2002 — 215; 2010 — 159 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Мәмбәт урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 1858 й. Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Түңгәүер улусы Мәҡсүт а. (хәҙ. Йылайыр р‑ны) башҡорттары Ғәҙел (Әҙел) а. булараҡ нигеҙ һала. 1866 й. 15 йортта 85 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. 30‑сы йй. башлап “Таналыҡ” с‑зы ойошторолоуға бәйле Ғәҙел фермаһы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алына. 2005 й. хәҙ. статусын ала,2007 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Р.С.Рәхимов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019