Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШЫРШЫ‑ТАРТЫШ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

Просмотров: 471

ШЫРШЫ‑ТАРТЫШ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Ҡарасайылға а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 17 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 75 км алыҫлыҡта Һарыш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 821 кеше; 1920 — 896; 1939 — 757; 1959 — 554; 1989 — 396; 2002 — 410; 2010 — 366 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 18 б. башында Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Тартыш (тәүге төпләнеүсе улус старшинаһы Тартыш Зияшев исеме б‑са) исеме м‑н нигеҙ һала. 1713 й., 1779 й. һәм 1802 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күскән), 19 б. башында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр, 1790 й. удел крәҫтиәндәре (ауылдың бер өлөшөн Шыршы тип атағандар) килеп ултырған. 1795 й. 11 йортта 53 кеше йәшәгән; 1865 й. Тартыш а. (Татар Шыршыһы) 67 йортта — 427 кеше (мәсет, 3 һыу тирмәне булған), Шырыш а. (Шыршы) 6 йорт­та — 51 кеше (2 һыу тирмәне иҫәпкә алынған). Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 19 б. аҙ. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. 2 мәсет, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ә.Ғ.Ғәтиәтуллин, М.М.Ҡайбышев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019