Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘҘЕЛ ӘШМӘНЕВ

Просмотров: 503

ӘҘЕЛ ӘШМӘНЕВ (1727—?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёвтың поход старшинаһы. Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы Ялпаҡ а. (Пермь крайының Барҙы р‑ны) башҡорто. 1773 й. дек. баш күтәреүселәр хәрәкәтенә ҡушыла. Шул уҡ даруға башҡорттары делегацияһы составында И.Н.Зарубин ставкаһына бара. Әбдей Абдуллов, Батырҡай Иткинин һәм Сәйфулла Сәйҙәшев м‑н Уҫы даруғаһында баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкселек итә. Ә.Ә. отряды Уҫыны, Ашап заводын, Йоҡ заводтарын, Йоҡ‑Кама з‑дын, Рождественск заводтарын, Шәрмәйет заводын, Уткинский з‑дын һәм Ҡазан губернаһының Барма, Бәли, Ҡолтай, Сарапул аа. алыуҙа һәм Көңгөрҙө ҡамауҙа ҡатнаша. 1774 й. йәйендә Пугачёвтың Төп ғәскәре составында Воткинск һәм Ижевск з‑дтарын алыуҙа, Ҡазанды штурмлауҙа ҡатнаша. Һуңыраҡ ҡулға алына, Ҡазан йәшерен комиссияһы тәфтише аҫтында була. Мәңгелек һөргөнгә хөкөм ителә, һуҡырайыуы сәбәпле язанан азат ителә һәм ҡамсы м‑н һуҡтырылып, өйөнә ҡайтарыла. 

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019