Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘҒӘЛЕ ШАҠМАН БЕЙ

Просмотров: 443

ШӘҒӘЛЕ ШАҠМАН БЕЙ, тамъян ҡәбиләһе башлығы. Тамъяндарҙың Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшенә етәкселек итә. Шәжәрә һ.б. тарихи сығанаҡтар б‑са, Аҙнай бей, Бикбау бей, Иҫке бей, Ҡарағужаҡ бей Мөшәүәли м‑н бергә көньяҡ‑көнбайыш башҡорттарының Рус дәүләте составына инеү (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы) шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып барған. Килешеү төҙөлгәндән һуң Рәсәй подданныйлығын ҡабул итеү т‑да жалованный грамота ала. Ш.Ш.б. тархан титулы бирелә. Ш.Ш.б. ҡәбере Белорет р‑ны Ҡаһарман а. урынлашҡан.

И.Ғ.Аҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019