Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘҘЕҺӘМОВ Абдулла Камалетдин улы

Просмотров: 467

ӘҘЕҺӘМОВ Абдулла Камалетдин улы [10.3.1896, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Юлыҡ а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) — 3.12.1968, Түб. Тагил ҡ.], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. М.К.Әҙе­һәмовтың ҡустыһы. 1917 й. дек. — 1918 й. башында 3‑сө Бөтә башҡорт ҡоролтайы депутаты, Кесе Ҡоролтай, Башҡорт мәркәз шураһы ағзаһы. 1918 й. июненән Башҡорт хөкүмәтенең бәйләнештәр бүлеге мөдире, бер үк ваҡытта июлдән Башҡорт хәрби шураһы ағзаһы. Авг. Омск ҡ. Ваҡытлы Себер хөкүмәте м‑н Башҡорт ғәскәренәҡорал һәм обмундирование биреү, дек. Силәбе ҡ. Чехословак айырым корпусы етәкселеге м‑н А.В.Колчак диктатураһына ҡаршы бергәләп көрәшеү т‑да һөйләшеүҙәр алып бара. Өфө дәүләт кәңәшмәһендәҡатнашыусы. 1919 й. 16 февр. Башҡорт хөкүмәте рәйесе вазифаһын башҡа­рыусы булараҡ Башҡорт корпусының РККА яғына сығыуы т‑да ҡарарға ҡул ҡуя. 1919— 21 йй. Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты ағзаһы, Бөтә Рәсәй ҮБК ҡарамағындағы Башревком вәкиле (ҡара: Башҡорт вәкиллектәре). 1921 й. Башҡорт респ. эске эштәр б‑са халыҡ комиссары һәм “Башпомгол” рәйесе урынбаҫары.1922 й.БАССР‑ҙың игенселек, 1923 й. мәғариф халыҡ комиссары.1923 й. оветтарға ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләнә (ҡара: Солтанғә­лиев эше). 1923 й. нояб. алып Дондағы Ростов ҡ. РКП(б) ҮК‑ның Көньяҡ‑көнсығыш бюроһы инструкторы булып эшләй. 1924 й. алып РКП(б) ҮК‑ның мәғлүмәт бүлеге хеҙм‑ре. 1926— 29 йй. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты бүлеге мөдире, БАССР‑ҙың Дәүләт планы комиссия­һы рәйесе урынбаҫары, һаулыҡ һаҡлау б‑са халыҡ комиссары. 1930 й. ҡулға алына, 1932 й. ваҡытынан алда иреккә сығарыла. 1932—56 йй. СССР Эске эштәр ХК‑ның Мәскәү—Волга каналын төҙөү һәм ЭЭМ‑ының “Тагилстрой” идаралыҡтары хеҙм‑ре. Репрессиялана (1930), 1989 й. аҡлана.

Әҙәб.: Мирсаид Султан‑Галиев: Статьи, выступления, документы. Казань, 1992; И р г а л и н Г.Д. Братья Адигамовы //Трудный путь к правде. Уфа, 1997.

Ғ.Д.Ирғәлин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019