ШӘЙБӘКОВ Риф Нәсибулла улы
ШӘЙБӘКОВ Риф Нәсибулла улы (21.6.1937, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Түб. Тимкә а. — 12.12.2015, Өфө), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2005). Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тын тамамлаған (Өфө, 1970). 1960 й. алып Өфө элемтә аппаратураһы з‑дында, 1973 й. башлап һәм 1982 й. — “Уфимкабель” з‑дында, 1974—76 йй., 1983—85 йй. һәм 1991—2001 йй. ӨДАТУ‑ла, 1976й.— БАССР‑ҙыңУрындағы сәнәғәт министрлығының проект‑конструкторлыҡ бюроһында, 1977 й. — С.М.Киров ис. Өфө телефон аппаратураһы з‑дының “Искра” КБ‑нда, 1978 й. — Өфө коммутация аппаратураһы з‑дында, 1985 й. алып “Прогресс” Башҡ‑н ПБ‑нда (Өфө) эшләй. 2001 й. башлап Рәсәй сауҙа‑иҡт. ун‑тының Өфө ин‑тында (2005 й. алып бухгалтерия иҫәбе,финанстар һәм банк эше каф. мөдире). Фәнни хеҙмәттәре төбәктәрҙең соц.‑иҡт. үҫеше, пр‑тиеларҙың инновацион һәм инвестицион эшмәкәрлеген ойоштороу нигеҙе, иҡт. география һәм төбәктәрҙе өйрәнеү проблемаларына арналған. 115‑тән ашыу фәнни хеҙмт авторы.
Хеҙм.: Макроэкономические аспекты сбалансированного развития региональной экономики. Уфа, 2005; Оптимизация регионального воспроизводства. Екатеринбург, 2005.
Тәрж. А.Н.Күсеев