Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘҘИҒОТ ТЕМӘСОВ

Просмотров: 410

ӘҘИҒОТ ТЕМӘСОВ (1719—?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһының Ғәйнә улусы Ялпаҡ а. (Пермь крайының Барҙы р‑ны) башҡорто. Мәҙрәсә тамамлаған. Ҡазан губернаһының Пермь провинцияһында һәм Екатеринбург ҡ. сауҙа итә. 1774 й. ғин. Әбдей Абдуллов отрядына ҡушыла. Сәйфулла Сәйҙәшев һ.б. м‑н берлектә Кама буйында баш күтәреүселәр отрядтарына етәкселек итә. Июндә Салауат Юлаев ғәскәре составында Уҫыны ҡамауҙа һәм уның эргәһендәге һуғыштарҙа, Пугачёвтың Төп ғәскәре составында Воткинск һәм Ижевск з‑дтарын, Мамадыш ҡ. алыуҙа, Ҡазанды штурмлауҙа ҡатнаша. 1774 й. йәй‑көҙөндә Әлетдин Биктуғанов м‑н бергә Башҡортостандың төньяҡ‑көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкселек итә. Нояб. А.В.Папав етәкс. хөкүмәт командаһы тарафынан ҡулға алына. Ҡазан йәшерен комиссияһы тикшереүе аҫтында була, азат ителә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019