Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘҘӘБИ ЖАНР

Просмотров: 1313

ӘҘӘБИ ЖАНР, әҙәби әҫәрҙәрҙең тарихи яҡтан ойошҡан, тотороҡло төрө. Ә.ж. билдәле осорға, геогр. һәм тел даирәһенә ҡараған байтаҡ әҫәрҙәр төркөмөнә хас булған һыҙаттарҙы үҙендә дөйөмләштерә. Әҫәрҙең ниндәй әҙәби төргә ҡарағанлығынан сығып, түбәндәге Ә.ж. айырыла: эпик (роман, повесть, хикәйә һ.б.), лирик (мәҙхиә, элегия, шиғыр һ.б.), драма (драма, комедия, трагедия һ.б.). Башҡорт әҙәбиәтендә саф башҡорт жанрҙары (ҡобайыр, хитап), көнсығыш (ҡисса, хикәйәт, нәҫер, парса; ғәзәл, хикмәт, тәуарих һ.б.) һәм көнбайыш (роман, повесть, хикәйә һ.б.) әҙәбиәттәренән үҙләштерелгән жанрҙар параллель үҫешә.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙар системаһы. Өфө, 1980; Х ө с ә й е н о в Ғ.Б. Баш­ҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы. 1‑се киҫ. Теоретик поэтика. Өфө, 2006.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019