Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘЙҘУЛЛИНА Фәйрүзә Динислам ҡыҙы

Просмотров: 528

ШӘЙҘУЛЛИНА Фәйрүзә Динислам ҡыҙы (20.3.1951, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Лаяшты а.), хор артисы (меццо‑сопрано). БР‑ҙың халыҡ артисы (1992), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1975). 2‑се Өфө пед. уч‑щеһын (1969), ӨДСИ‑не (1976; М.А.Букатова класы) тамамлаған. 1969 й. башлап Хор капеллаһы солисы, 1992—99 йй. һәм 2003—04 йй. дирижёры, 1999 й. — педагог‑репетиторы, 2002—03 йй. һәм 2004 й. алып Башҡорт филармонияһының концерт эшмәкәрлеге б‑са дир. урынбаҫары, 2008—16 йй. БР Мәҙәниәт министрлығында ижади проекттарҙың муз. етәксеһе. Ш. репертуарында Ҡ.Даян шиғырына Ш.Ш.Ибраһимовтың “Алыҫтағы йондоҙ”, Р.С.Назаров шиғырына З.Ғ.Исмәғилевтең “Әсә һүҙҙәре”, Р.Й.Ғарипов ши­ғырына С.Ә.Низаметдиновтың “Уйланыуҙар” (“Пять размышлений”) хор өсөн әҫәрҙәрендә яңғыҙ партиялар, В.А.Моцарттың Реквиемы, башҡорт (“Элмәлек”), татар (“Тыуған ерем”) халыҡ йырҙары һ.б. бар. Ш.‑дирижёр репертуарына башҡорт, татар һәм совет композиторҙары әҫәрҙәре инә. Ҡарағалпаҡ (1976), Яҡут (1978), Татар (1989) АССР‑ҙарында БАССР әҙәбиәте һәм сәнғәте көндәрендә, Сыуаш АССР‑ында (1981), ГДР‑ҙа (Галле ҡ., 1986) БАССР мәҙәниәте көндәрендә, Мәскәүҙә (1997, 2007), Төркиәлә (Истанбул ҡ., 2008, 2009) БР көндәрендә, Ырымбур өлк. БР мәҙәниәте көндәрендә (Ырымбур ҡ., 2007) ҡатнаша. Рәсәй буйлап гастролдәрҙә була.

Э.Ә.Нәбиева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019