Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘЙМИЕВ Вадим Әүхәт улы

Просмотров: 759

ШӘЙМИЕВ Вадим Әүхәт улы [15.6. 1954, БАССР‑ҙың Байҡыбаш р‑ны Байҡыбаш а. (БР‑ҙың Ҡариҙел р‑ны)], тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2000). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ уҡыта (1983—87 йй. филол. ф‑ты деканы). 2002 й. алып ӨДИСА‑ла (2005—06 йй. социология һәм соц.‑коммуникация технологиялары каф. мөдире), 2007 й. — ӨДНТУ‑ла (урыҫ теле һәм әҙәбиәте каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре текст лингвистикаһы, дискурс теорияһы, йәмәғәтселек м‑н бәйләнештәрҙе филол. тәьмин итеү проблемаларына арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Метадискурсивность научного текста (на материале лингвистической литературы). СПб., 1999; Антропосфера дискурса. Уфа, 2007 (авторҙ.); Художе­ственный текст: функционально‑коммуникативный аспект исследования. Уфа, 2014 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019