Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘЙХЕТДИНОВ Вәғиз Ғәйнелғилем улы

Просмотров: 323

ШӘЙХЕТДИНОВ Вәғиз Ғәйнелғилем улы (8.3.1955, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Кәпәй‑Ҡобау а.), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2010). Рәссамдар союзы ағзаһы (1995). Вәк.Ғ.Шәйхетдиновтың ҡустыһы. БДПИ‑ны тамамлаған (1980). Рәсем сәнғәтенең бөтә жанрҙарында эшләгән Ш. әҫәрҙәре нигеҙендә бөтә кешелек өсөн уртаҡ рухи ҡиммәттәр, урыҫ һәм башҡорт рәсем сәнғәте мәктәптәренең реалистик традициялары ята. Рәсем төшөрөүсенең һәм рәссамдың ышандырырлыҡ оҫталығы, натураға иғтибарлы мөнәсәбәте, геройҙар характерында иң мөһимен асып бирә белеүе уның эштәренең тәьҫирлелеген билдәләй: “Автопортрет” (1979), атаһының һәм әсәһенең (икеһе лә — 1985), шағир В.В.Денисовтың (2002), рәссамдар Г.В.Прокшиндың (2013), В.И.Суздальцевтың (2014) һ.б. портреттары. 2012 й. Ш. сюжетлы, пластик һәм колоритлы “Ру­дольф Нуриев. Ҡайтыу” диптихын эшләй. “Мираҫ” (1988), “Бумеранг” (1990), “Иман” (1992), “Ике ишекле ҡапҡа” (1995) рәсемдәре авторы, уларҙа хәҙ. заман кешеһенең рухлылыҡ, ышаныс идеялары образлы‑символик йүнәлеш таба; “Ваҡыт эсендә сәйәхәт” (1997), “Ҡамғаҡ” (2007) эштәрендә тарих барышы, ғаләм һәм сәнғәттең үҫеш юлы т‑да уйланыуҙар сағыла. Шулай уҡ пейзаж рәсем сәнғәте өлкәһендә эшләй (“Иртә”, 1993; “Иҫке Урал”, 2003; “Шихан”, 2008; “Өфөлә Салауат урамы”, 2014), интонациялар йылылығы, художество формаһының асыҡлығы м‑н айырылып торған натюрморттар ижад итә (“Ба­лан”, 2001; “Оҫтаханала”, 2014). 1980 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Октябрьский (1988), Өфө (1995, 2001—04, 2006, 2008—11, 2015), Ҡазан (1998), Нефтекама (2001), Чебоксар (2009) ҡалалары. Эштәре БДХМ, РФ Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы (Мәскәү) йыйылмаларында, ЮНЕСКО штаб‑фатирында (Париж) һ.б., Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Вагиз Шайхетдинов. Живопись: альбом /авт.‑сост. В.М.Сорокина. Уфа, 2015.

В.М.Сорокина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019