Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘЙХЕТДИНОВ Вәкил Ғилем улы

Просмотров: 687

ШӘЙХЕТДИНОВ Вәкил Ғилем улы (4.5.1951, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Кәпәй‑Ҡобау а.), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1999), ТР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2010). Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). Вәғ.Ғ.Шәйхетдиновтың ағаһы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1980; педагогтары В.Я.Батищев, Р.М.Нурмөхәмәтов) Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын гео­физик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ ин‑тының техник эстетика бюроһында (Октябрьский ҡ.), 1983– 95 йй. Башҡ‑н ижади‑производство комб‑тында эшләй. Тәүге эштәренең темаһы — туған халҡының рухи сығанаҡтары, Башҡортостандың гүзәл һәм мәғрур тәбиғәте: “Йома намаҙы” (1992), “Мәмерйә” (1993), “Моң” (1994). 1996 й. Мәккәгә хаж ҡылыуҙан рухланып яҙған “Иҡрар” (дин т‑да һүҙ) серияһында төҫтәр һәм форма символикаһы аша ислам, иудаизм һәм христианлыҡтың дини тамырҙарының берҙәмлеген сағылдырырға ынтыла. 1995–2000 йй. “Урал батыр” эпосы б‑са картиналар серияһын (“Урал батырҙың Ҡатил батша үгеҙе менән алышы”, “Шүлгән” һ.б.), 2001 й. Төркиәгә арналған серияһын ижад итә. Шулай уҡ монументаль сәнғәт өлкәһендә эшләй: “Нур” т‑ры интерьерындағы Флоренция мозаикаһының эскизы (2001), “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайы өсөн панно (2004) һ.б. “Бизмән” ижади төркөм ағзаһы (1994; ҡара: Художество төркөмдәре һәм берекмәләре). 1972 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Октябрь­ский (1982), Өфө (1993, 1996, 1998, 2001, 2003, 2007, 2011, 2016), Белорет (1995), Ҡазан (1998, 2012), Мәскәү (1998), Стәрлетамаҡ (2005), Салауат (2007) ҡалалары. Эштәре Мәскәү хәҙ. сәнғәт музейы, БДХМ, “Ҡазан” милли мәҙәниәт үҙәгенең Милли мәҙәниәт музейы, П.В.Масленников ис. Могилёв өлкә художество музейы (Белоруссия), “Вилга” һынлы сәнғәт галереяһы (София), Милли галерея (Анкара) коллекцияларында, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019