Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЖЕКӘЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл

Просмотров: 396

ӘЖЕКӘЙ, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Оло Ыҡтамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 10 км һәм Красноуфимск т. юл ст. (Свердловск өлк.) К.‑Көнс. табан 99 км алыҫлыҡта Аҡа й. (Әй й. ҡу­шылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1129 кеше; 1920 — 1246; 1939 — 752; 1959 — 824; 1989 — 719; 2002 — 750; 2010 — 684 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Оло Ыҡтамаҡ лицейы №1 филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 17 б. Себер даруғаһы Кесе Ҡошсо улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1692 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр, 1714 й. килешеү б‑са– керҙәш башҡорттар күсеп ултыра. Аҫаба Шоңҡар Әт(ж)екәев фамилияһынан алынған.Шулай уҡ Бәләкәй Аҡа исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 28 йортта 126 кеше йәшәгән, 1865 й. 82 йортта — 534 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 3 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 бакалея һәм кибете, мөгәзәй теркәлгән. Ф.Б.Ғималова, Р.А.Заһретдинов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019