Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЖӘК, Борай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 417

ӘЖӘК, Борай р‑нындағы ауыл, Әжәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 13 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 81 км алыҫлыҡта Әжәк й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1000 кеше; 1920 — 974, 1939 — 792; 1959 — 528; 1989 — 330; 2002 — 322; 2010 — 267 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 17—18 бб. Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са хеҙмәтле татарҙар нигеҙ һала, 1795 й. 28 йортта 220 кеше йәшәгән, 1865 й. 105 йортта — 618 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

Ф.Ф.Абазов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019