Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘЙӘХМӘТОВ Илдар Тимерғасим улы

Просмотров: 335

ШӘЙӘХМӘТОВ Илдар Тимерғасим улы (21.10.1951, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Иҫке Ҡырғыҙ а.), агроном, иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2000). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2001). БАХИ‑ны (1978), Свердловск юғары партия мәктәбен (1989) тамамлаған. 1978 й. алып Илеш р‑нында эшләй: “Уңыш” к‑зының баш агрономы, 1980 й. башлап “Игенсе” к‑зы рәйесе, 1985 й. алып КПСС район ком‑тының секретары, 1987 й. — 1‑се секретары. 1991 й. башлап БР ЮС Секретариаты нач., 1995 й. — “Ба­стра” страховкалау компанияһы ген. дир. урынбаҫары, 1998 й. — БНИИСХ дир., 2008—16 йй. “Башҡорт” ҒПБ ЯСЙ (бөтәһе лә — Өфө) ген. директоры. Фәнни тикшеренеүҙәре ауылдың соц. инфраструктураһына мәғарифҡа, һаулыҡ һаҡлауға, мәҙәниәткә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, сауҙаға, йәмәғәт туҡланыуына, көнкүреш хеҙмәтенә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР ЮС‑ының 12‑се, БР Дәүләт Йыйылышының 1‑се саҡырылыш депутаты. “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Хеҙм.: Экономические проблемы развития социальной инфраструктуры села. М., 2000; Развитие сельских населённых пунктов Республики Башкортостан: зональные и инфраструктурные особенности. Уфа, 2001; Система расселения как фактор реализации социального потенциала села. Уфа, 2004 (авторҙ.).

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019