Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘКЕТАР, тау

Просмотров: 615

ШӘКЕТАР, тау. Белорет р‑нында Көньяҡ Урал ҡурсаулығы сиктәрендәге Ямантау тауынан төньяҡҡа табан Кесе Инйәр һәм Ҙур Ҡаҙауҙы (Кесе Инйәр й. ҡушылдығы) йылғалары араһында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 1174 м, оҙонлоғо 3 км, киңлеге 2—3 км. Рельефы ҡатмарлы. Түбәһе яҫы, битләүҙәре текә, көньяҡ битләүҙәре һөҙәк, көнсығыш итәгендә Ҡуянтау һаҙлыҡтары төбәге бар. Урта рифейға ҡараған машаҡ свитаһының туф ҡомташтары ҡатыш кварциттарҙан, конгломераттарҙан, филлиттарҙан тора. Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: ҡара ылыҫлы аҡ шыршы һәм шыршы урмандары болон‑тау, көрән урман, тундра тупраҡтарындағы бейек үләнле тау болондары һәм тау тундралары ҡатыш һирәк урмандар м‑н алмашына.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019