Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЗМӘТ ҠӘБЕРЛЕГЕ I, археологик ҡомартҡыһы

Просмотров: 332

ӘЗМӘТ ҠӘБЕРЛЕГЕ I, Сейәлек мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 13—15 бб. ҡарай. ТР‑ҙың Аҡтаныш р‑ны Әзмәт а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 0,4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1971 й. асылған, 1975—76 йй. һәм 1979 й. СССР ФА Ҡазан филиалы Тел, әҙәбиәт һәм тарих ин‑тының Иртә болғар археологик экспедицияһы (етәксеһе Е.П.Казаков) тарафынан тикшерелгән. Ҡурғанһыҙ ҡәберлектәр иҫәбенә инә, 107 ҡәбер өйрәнелгән. Иртә осор ҡәберҙәр (13 б.—14 б. уртаһы) төньяҡ‑көнбайыш—көньяҡ‑көнсығыш буйлап теҙелгән рәттәрҙә урын­лашҡан. Мәйеттәр тәрән булмаған ҡәбер соҡорҙарында салҡан һалып, баштары м‑н көньяҡ‑көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән; өлкәндәр балаларға ҡарағанда тәрәнерәк күмелгән. Ҡәберҙәр араһында көл өйөмдәре асыҡланған. Ҡатын‑ҡыҙҙар һәм балалар ҡәберҙәрендә керамика, муйынсаҡтар, ш. уҡ Үзбәк идара иткән осорға ҡараған көмөш тәңкә табылған. Табут ҡалдыҡтары асыҡланған. Һуңғы осор ҡәберҙәрендә (14 б. аҙ. — 15 б. башы) башты төньяҡ‑көнбайышҡа ҡаратып ерләү өҫтөнлөк итә. Иртә, ш. уҡ һуңғы осор ҡәберҙәрендә мосолман йолаһы элементтары күҙәтелә. Ҡомартҡы уғырҙар (ҡара: Фин‑уғыр ҡәбиләләре) һәм болғарҙарҙыңүҙ‑ара мөнәсәбәт процесын сағылдыра. Ә.ҡ.I материалдары ТР ФА Тарих ин‑ты фондтарында һаҡлана.

Әҙәб.: К а з а к о в Е.П. Памятники болгарского времени в восточных районах Татарии. М., 1978; ш у л  у ҡ. Новые исследования средневековых памятников со шнуровой керамикой в восточных районах Татарии //Погребальные памятники Прикамья. Ижевск, 1987.

Г.Н.Гарустович

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019