Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘКҮР Рәшит Закир улы

Просмотров: 824

ШӘКҮР (Шәкүров) Рәшит Закир улы [11.1.1937, БАССР‑ҙың Әлшәй районы Яңы Абдрахман а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы)], тел белгесе, төркиәтсе, шағир, публицист. Филология фәндәре докторы (1998), профессор (2012). БР‑ҙың халыҡ шағиры (2021). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1997). Журналистар союзы (1961), Яҙыусылар сою­зы (1979) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1965). 1960 й. БАССР МС эргәһендәге Радиотапшырыуҙар һәм ТВ комитеты хәбәрсеһе, 1965—69 йй. “Башҡортостан” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе, бүлек мөдире, 1972—77 йй. һәм 1984—93 йй. ТТӘИ‑лә (өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1991 й. алып төркөм етәксеһе, 1992 й. — бүлек мөдире); 1977 й. башлап “Ағиҙел” журналы хеҙмәткәре, 1978—83 йй. БАССР Яҙыусылар союзында әҙәби консультант; 1993 й. алып “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтендә бүлек мөдире, 1995 й. — директор вазифаһын башҡарыусы, 1996 й. — директор; 1998 й. мартынан “Ватандаш” журналының баш мөхәррир урынбаҫары, 1998 й. сентябренән — 2012 й. тиклем БДПУ‑ла уҡыта. 1973 й., 1986 й. топонимик, диалектологик һәм археографик экспедициялар етәксеһе, 1981 й., 1983 й. Башҡортостан, шулай уҡ Ҡурған өлкәһе буйлап фольклор экспедицияларында ҡатнаша. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт тел ғилеме, әҙәбиәт ғилеме, фольклористика, топонимика, диалектология проблемаларына арналған. Топонимик һүҙлектәр төҙөүсе. Әҙәбиәт ғилеме буйынса эшмәкәрлеге башҡорт әҙәбиәте тарихы менән бәйле. “Шиғриәт йондоҙо” (“Звезда поэзии”; 1981) китабы Аҡмулланың тормошона һәм ижадына арналған. “Быуаттар аманаты” (2002), “Рухлылыҡ сығанаҡтары” (“Истоки духовности”; 2009) китаптарында Башҡортостандағы рухи мәҙәниәттең байтаҡ аспекттары тикшерелә. “Арҙаҡлы башҡорттар” (1998) китабында башҡорт дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең, яҙыусыларҙың, ғалимдарҙың тормошо һәм ижады тураһында очерктар бирелә. 6 томлы “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (1990—1996) баҫмаһы авторҙарының береһе. “Сыңрау торналар иле” (1996) китабына башҡорт фольклоры, халыҡ музыка ҡоралдары, халыҡ йырсылары һәм музыканттары тураһында очерктар һәм мәҡәләләр ингән. Ш. тарафынан “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Ҡуңыр буға” һ.б. эпостарҙың варианттары яҙып алына. “Йөрәгемдә — ҡояш” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1970 й. сыға. Ш. шиғриәтенә тыуған ере һәм халҡына һөйөү, милли ғорурлыҡ, киң күңеллелек тойғоһо һәм тәрән аҡыл хас. Урыҫ (1996) һәм башҡорт (1997) телдәрендәге “Башҡортостан” ҡыҫҡаса энциклопедияһының баш мөхәррире. “Тауҙарым, далаларым” (1982), “Малин‑ҡала” (1997) шиғырҙар һәм хикәйәләр йыйынтыҡтары, “Заманалар юлында” (1988) шиғри йыйынтығы һ.б. авторы. Р.Т.Бикбаев менән авторҙашлыҡта БР‑ҙың дәүләт гимны тексын яҙа. Ш. әҫәрҙәре урыҫ теленә (А.П.Филиппов), шулай уҡ болгар, ҡаҙаҡ, немец, сыуаш, төрөк, украин һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Т.Йомаморатов, С.Мәүленов һ.б. әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә. Ш. шиғырҙарына композиторҙар А.Х.Ғабдрахманов, Р.Р.Йыһанов, С.Ә.Низаметдинов, С.Р.Сәлмәнов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Т.М.Шәрипов һ.б. йырҙар ижад иткән. Киң мәғлүмәт сараларында республиканың сәйәси, социаль‑иҡтисади һәм мәҙәни тормошондағы көнүҙәк темалар менән сығыш яһай. “Урал” башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе (1989—91). БР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы (2012), Аҡмулла исемендәге (1989), Р.Ғарипов исемендәге (1996), З.Биишева исемендәге (2012)  премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2007).

Хеҙм.: Исемдәрҙә — ил тарихы: тикшеренеүҙәр, мәҡәләләр. Өфө, 1993; Ыласындар оса бейектә: шиғырҙар, йырҙар, хикәйәттәр. Өфө, 2007; По следам географических названий: топонимия бассейна реки Дёмы. Уфа, 1986.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.08.2022