Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЙ, йылға

Просмотров: 545

ӘЙ, йылға, Өфө й. һул ҡушылдығы. Уранғы (Силәбе өлк.) һәм Әүәләк һырттары араһында урынлашҡан Клюквенный һаҙлығынан башлана. Үрге ағымында Силәбе өлк. буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға. БР‑ҙа Ҡыйғы, Салауат, Дыуан, Мәсетле р‑ндары аша көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ‑көнбайышҡа йүнәлеш ала һәм Өфө й. (тамағынан 392 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 549 км, басс. майҙаны яҡынса 15 мең км2, дөйөм түбәнәйеүе 714 м. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Златоуст ҡ. эргәһендә йыллыҡ аҡманың 67,1%‑ы — яҙғы (апр.—июнь), 25,6%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июль—нояб.), 7,3%‑ы ҡышҡы (дек.—март) осорҙарға тура килә; йылға тамағында яҙғы аҡма 62,6%‑ҡа тиклем кәмей, йәйге һәм көҙгө аҡма — 27,4%‑ҡа тиклем, ҡышҡы аҡма 10,0%‑ҡа тиклем арта (карст, быуалар булыуына бәйле). Златоуст ҡ. янында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 8,6 м3/с, Салауат р‑ны Лаҡлы а. эргәһендә — 48,2 м3/с, йылға тамағында — 84,0 м3/с.

Физик‑геогр. шарттар б‑са йылға басс. таулы (йылға башынан Лаҡлы а. тиклем) һәм тигеҙ (йылға тамағына тиклем) өлөштәргә бүленә. Таулы өлөшө Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының йыйырсыҡлы тауҙарында һәм итәктәрендә урынлашҡан. Аҫҡы һәм урта рифейҙыңтөрлө составтағы кристаллы һәүерташтарынан, һелтеле һәм әсе составлы кварциттарынан, доломиттарынан һәм метаморфланған эффузивтарынан, девондыңһәм карбондыңэзбизташтарынан, доломиттарынан, ҡомташтарынан һәм балсыҡлы һәүерташтарынан тора. Терр‑яны тау‑урман һәм һоро урман тупрағында үҫкән аҡ шыршы, ҡарағай, шыршы һәм япраҡлы ағастарҙан торған урмандар биләй. Яҡынса 75%‑ын урман ҡаплаған. Тигеҙ өлөшө Йүрүҙән‑Әй тигеҙлегендә һәм Өфө яйлаһында урынлашҡан. Пермь системаһының (ҡара: Пермь) эзбизташтарынан, ҡомташтарынан, мергелдәренән һәм конгломераттарынан тора. Терр‑яны көлһыуланған ҡара тупраҡтағы урман‑дала биләй. Яҡынса 48%‑ын урман ҡаплаған, 1%‑ы һаҙланған. Златоуст ҡ. алып тамағына тиклем басс. урыны м‑н карсланған. Уртаса ауышлығы йылға башында 4,3‰ алып Лаҡлы а. янында 2,2‰ тиклем һәм түбәнге ағымында 1,3‰ тиклем кәмей. Уртаса йыллыҡ һыу ҡулланыу – яҡынса 9,0 м3/с. Кире ҡайтмаҫ юғалтыуҙар — 0,84 м3/с (йыллыҡ аҡманың 1,0%‑ы). Юғалтыуҙарҙың 70%‑ы һуғарыуға китә. Йылғала 2 һыуһаҡлағыс (Златоуст ҡ. өҫтәрәк), быуалар төҙөлгән. БР‑ҙағы ҡушылдыҡтары: уң — Оло Арша, Ҡыйғы, Оло Ыйыҡ, Ыйыҡ һ.б.; һул — Мәләкәҫ һ.б. Исеме әйле этномимынан барлыҡҡа килгән, тип фараз ителә.

В.А.Балков

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019