Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘЛ

Просмотров: 629

ШӘЛ, башҡорт ҡатын‑ҡыҙының традицион баш кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Плед кеүек туҡылған (ҡалын шәл, тула шәл; ҡара: Туҡыусылыҡ) һәм бәйләнгән (дебет шәл, мамыҡ шәл; ҡара: Бәйләү) Ш. булған. Ш. башлыса тәбиғи төҫтәрҙәге (һирәгерәк буялған) дебеттән, һарыҡ йөнөнән, кизе‑мамыҡ ептән бәйләнгән. Туҡылған туҡыманы тигеҙ киҫәктәргә бүлгәндәр, һуңынан бер‑береһенә теккәндәр йәки ҡайма ярҙамында ҡушҡандар. Ситтәрен суҡлы селтәр йәки бәйләнгән ҡайма м‑н биҙәгәндәр. Шулай уҡ туҡылған Ш. япма урынына ябынғандар. Бәйләнгән Ш. әҙерләү өсөн селтәрле бәйләү техникаһы (2 энә ярҙамында) ҡулланылған. Ш. уртаһын һәм ситен айырым бәйләгәндәр, һуңынан уларҙы ҡушҡандар; ш. уҡ тотош бәйләнгән Ш. осраған. Геометрик (тулҡын, кәкерсәк, шаҡмаҡ,ромб һ.б.), сәскә‑үҫемлек (япраҡ, сәскә һ.б.) орна­мент м‑н биҙәгәндәр, ситтәрен тешле фестондар м‑н ҡаймалағандар. Байрам (туй) кейеменең элементы, туй бүләге булған. Ш. ҡалмыҡтар, урыҫтар, тажиктар һ.б. кейемендә таралған.

Әҙәб.: Шитова С.Н. Народное искусство: войлоки, ковры и ткани у южных башкир. Уфа, 2006.

Т.Я.Әбделғазина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019