Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ШӘЛ БӘЙЛӘНЕМ”, ҡыҫҡа көй

Просмотров: 394

“ШӘЛ БӘЙЛӘНЕМ”, башҡорт халыҡ йыры, ҡыҫҡа көй. Тәүге тапҡыр С.Ғәбәши яҙып ала һәм үҙенең “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырып сығара (Өфө, 1935). Йыр варианттары З.Ғ.Исмәғилев, Л.Н.Лебединский, Р.С.Сөләймәнов, Х.Ф.Әхмәтов тарафынан яҙып алына. Киң таралған әйлән‑бәйлән уйыны таҡмағы. Өс тактлы көй структураһына нигеҙләнгән. Лады мажор пентатоникаһына ҡоролған. Ымлыҡтарҙан торған ҡушымтаһы йырҙың бейеү характерын көсәйтә. Башҡарыусылары — Т.Х.Үҙәнбаева, Хор капеллаһы. Исмәғилев тауыш һәм фп. өсөн, А.Кушниренко, Лебединский, Р.В.Сәлмәнов, А.Г.Тихомиров, Әхмәтов хор (a cappella) өсөн эшкәрткән. Йырҙың көйө М.М.Вәлиев һәм Н.И.Пейконың “Айһылыу” операһында ҡулланыла.

Г.Ә.Ишкинина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019