Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЙЛЕ, башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә берләшмәһе

Просмотров: 466

ӘЙЛЕ (әй, әйҙе), 1) башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә берләшмәһе. Дыуан, көҙәй, ҡошсо, мырҙалар, өпәй, һыҙғы, Ә. ҡәбиләләрен үҙ эсенә алған. 14—15 бб. барлыҡҡа килгән. 17— 19 бб. төп таралыу терр‑ялары – Йүрүҙән, Ләмәҙ, Өфө, Эҫем, Әй йй. үҙәндәре. 18 б. ҡәбиләләр традиция б‑са берләшкән; айырым аҫаба ерҙәр (ҡара: Аҫабалыҡ) биләгән, влас­тар алдында үҙ аллы сығыш яһаған. 18 б. 1‑се ярт. халҡының һаны 15 меңгә еткән. 2) Башҡорт ҡәбиләһе. Ә. ырыу‑ҡәбилә берләшмәһе составына ингән. Ырыу составы: Ә., ҡаратаулы,һарт‑Ә., тырнаҡлы, төрөкмән. Тамғалары: .

Р.Ғ.Кузеев фекеренсә, Ә. этник яҡтан Арал буйы һәм Урта Азияның бәшнәк‑уғыҙ ҡәбиләләренә, башҡа ғалимдар фекере б‑са фин‑уғыр ҡәбиләләренә (В.Ф.Генинг) йәки Себер татарҙарына (Ғ.Х.Әхәтов) барып тоташа. 7—9 бб. Ә. ата‑бабалары Һырдаръя һәм Арал буйы далаларында йәшәгән.

9—12 бб. Ә. Көньяҡ Уралға килә һәм Ағиҙел, Мейәс, Уй, Әй йй. үрендә, Урал й. үрге ағымында урынлаша. 13—14 бб. табын ҡәбиләһенең ҡыҫымы аҫтында Йүрүҙән, Мейәс һәм Әй йй. үҙәненә күсеп китә.16—18 бб.Ә.күпселек өлөшө Урал аръяғына һәм Башҡортостандың көнбайышына күсенә. Урал аръяғында әйлеләр Мейәс й. үрге ағымын, Мейәс һәм Тинес йй. (Исәт й. ҡушылдығы) араһын биләй, көньяҡ һәм төньяҡ төркөмдәрҙе барлыҡҡа килтерә: көньяҡ төркөм элекке әйле ерҙәрендә урынлаша һәм уларға аҫабалыҡ хоҡуғын нығыта, төньяҡ төркөм керҙәшлек килешеүе нигеҙендә табындар ерендә төпләнә. Башҡортостандың көнбайышында әйлеләр Дим һәм Өҫән йй. басс., Ыҡ й. тамағындағы ерҙәрҙе һәм Ағиҙел й. урта ағымындағы һул ярҙы биләй. 18 б. уртаһында ҡәбиләнең бер өлөшө көнсығышҡа, Уй һәм Тубыл буйы далаларына күсенә.

18 б. әйлеләр дыуан, ҡалмаҡ, ҡатай, ҡыуаҡан, мырҙалар һәм табын ҡәбиләләре м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Себер даруғаһының Әйле улусын тәшкил итә. П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, бында 18 б. уртаһында 113 йорт иҫәпләнгән. 18 б. аҙ. —19 б. Ә. йәшәгән терр‑я Екатеринбург өйәҙенә, Красноуфимск өйәҙенә, Троицк өйәҙенә һәм Силәбе өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 2‑се, 4‑се Загорный, 4‑се Көнбайыш һәм 5‑се башҡорт кантондарына (19 б. 40‑сы йй. башы) ҡараған. Ҡәбилә йәшәгән терр‑я хәҙ. БР‑ҙың Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы һәм Салауат р‑ндарына, Ҡурған өлк. Әлмән һәм Сафакүл р‑ндарына, Силәбе өлк. Арғаяш, Красноармейский, Ҡуҫа, Ҡоншаҡ, Сосновка һәм Сыбаркүл р‑ндарына инә.

Әҙәб.: Я н ғ у ж и н Р.З. Башҡорт ырыуҙары: ҡыҫҡаса тарихи‑этнографик очерктар. Өфө, 1998; К у з е е в Р.Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения. М., 1974; Западные башкиры по переписям 1795—1917 гг. Уфа, 2001; Камалов А.А., Камалова Ф.У. Атайсал. Уфа, 2001.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019