Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЙЛЕ ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ

Просмотров: 529

ӘЙЛЕ ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”, башҡорт ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, шәжәрә. Т.Ялсығол тарафынан төҙөлгән, уның “Тарихнамә‑и болғар” (ҡара: Тарихнамә) хеҙмәтенә ингән. Урал‑Волга буйы төрки телендәнарратив формала яҙылған, әҫәргә мифтар, легендалар һәм риүәйәттәр индерелгән. Әйле ырыуын башлап ебәреүселәрҙең генеалогияһы кешелектең мифик тәүбабалары Әҙәм һәм уның ҡатыны Һауаға барып тоташа. Шәжәрәлә Ҡол Ғәли тормошонан ҡайһы бер мәғлүмәттәр, ш. уҡ авторҙың биографияһы килтерелгән, көҙәй һәм ҡошсо ырыуҙары атамаларының этимологияһы бирелгән. Әҫәрҙең фрагменты М.И.Өмөтбаев тарафынан “Йәдкәр” (1897) китабында баҫтырылған. Шәжәрә бер нисә тапҡыр күсереп яҙыла. 1912 й. Мерҙәш а. (көҙәй ырыуы башҡорттары йәшәгән ауыл, тип фараз ителә) кешеһе Миңлеҡул Ғәбделнасыров тарафынан өҫтәмәләр индерелгән бер варианты 1957 й. Көйөргәҙе р‑нының Яҡшембәт а. табыла, “Башҡорт шәжәрәләре” (“Башкирские шежере”; 1960) йыйынтығына индерелә; Ғилми архивта һаҡлана.

Әҙәб.: Г а л я у т д и н о в И.Г. “Тарих нама‑и булгар” Таджетдина Ялсыгулова. Уфа,1998.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019