Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШӘМИҒОЛОВ Марат Абдулла улы

Просмотров: 484

ШӘМИҒОЛОВ Марат Абдулла улы [1.8.1926, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Билән а. (БР‑ҙың Балаҡатай р‑ны) — 15.5.1981, Севастополь ҡ., Өфөлә ерләнгән], тренер. Акробатика б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1968) һәм бөтә Союз категориялы судья (1965). БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1976). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР чемп. (1956). 1950 й. башлап Өфө ҡала физик культура һәм спорт ком‑ты инспекторы, “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәтенең Башҡорт өлкә советында уҡыу‑спорт бүлеге мөдире, Өфөнөң Молотов р‑нындағы спорт ком‑ты рәйесе, 1956 й. алып “Локомотив” ДСО‑һының, 1963 й. — “Спартак” ДСО‑һының Башҡорт өлкә советында спорт акробатикаһы б‑са тренер, бер үк ваҡытта 1964 й. башлап БАССР Юғары спорт оҫталығы мәктәбенең өлкән тренеры. Тәрбиәләнеүселәре араһында 30‑ҙан ашыу СССР спорт мастеры бар. БАССР Спорт акробатикаһы федерацияһы рәйесе (1963 й. алып).

З.З.Батырбаев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019